Аш-һыу серҙәре
10 Апреля , 13:10

Лимон бәлеше

Кәрәк буласаҡ: ҡап ярым йомшаған маргарин, 3 ҡалаҡ ҡаймаҡ, ярты стакан шәкәр ҡомо. Барыһын бергә ҡушып болғағас, 1 балғалаҡ он ҡабартҡыс, ул булмаһа, 1 бал­ғалаҡ соданы уксус менән һүндереп ҡушырға мөмкин. Артабан 2 йомортҡа һытып, яҡшылап болғап, самалап он ҡушып йомшаҡ ҡамыр баҫыр­ға.

Лимон бәлешеЛимон бәлеше
Лимон бәлеше

Эслеге: уртаса 2 лимон (әҙерәк ҡабығын әрсергә мөмкин). Уны эсендәге емеш орлоғонан таҙартырға кәрәк. Шунан блендер аша иҙгәс, уға 3 ҡалаҡ манный ярмаһы, 1 стакан шәкәр ҡомо ҡушып бутарға.
Ошо ҡамырҙан ике бәләкәйерәк бәлеш әҙерләргә мөмкин.

Эслегенә 1 лимон менән 1 алма һалһаң да була.

Автор һәм фото: sirazovarezeda

 

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас