+28 °С
Ясно
VKOKTelegram

Кесерткән ашы

Иҫке ауыҙға - яңы аш, иһаһаййй!

Кесерткән ашыКесерткән ашы
Кесерткән ашы

Яҙ көнө тәмле итеп кесерткән ашы бешереп ашарға мөмкин. Һаулыҡ өсөн файҙаһы ҙур, тик кемдең ҡаны ҡуйы, һаҡ булырға кәрәк.

Аш өсөн кесерткәндең өҫкө япраҡтарын алалар. Кәстрүлдә һыу ҡайнатып, тоҙ һалғас, өс уртаса картуф турайбыҙ. Ул бешкәнсе, өс йомортҡа менән ыумас ыуабыҙ ҙа ашҡа һалабыҙ. Ойошмаһын өсөн болғап торорға кәрәк.

Кесерткәнде йыуып, бер аҙ ҡайнар һыуҙа отоп, 1-2 йомортҡа менән бутап, кәстрүлгә төшөрәбеҙ. Был ашты ҡаймаҡ һалып ашаһаң, телде йоторлоҡ була.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас