

Ҡамыр өсөн он, йылымыс һыу, һөт, әҙерәк көнбағыш майы, тоҙ һәм аҡ май кәрәк буласаҡ. Эслекте 5-6 картуфты, өйрәк, ҡаҙ йә башҡа итте, 1-2 баш һуғанды ваҡ итеп турап, тоҙ, борос, лавр япрағы ҡушып әҙерләйбеҙ.
Йомшаҡ ҡына ҡамыр баҫабыҙ һәм ике өлөшкә бүләбеҙ. Ҙур өлөшөн туҡмас таяғы менән йәйеп табаға һалабыҙ, уға эслек өҫтәгәс, икенсе өлөшөн йәйеп, табалағы бәлеште ҡапҡас кеүек ҡаплап, ситтәрен семетеп йәбештереп сығабыҙ. «Ҡапҡас»ына аҡ май һөртөп, эҫе мейескә 1,5-2 сәғәткә ултыртабыҙ.
«Их, тәмле лә, хуш еҫле лә бәлеш әҙер! Ҙур, татыу ғаилә менән бергә-бергә тәмләп ашарға яҙһын. Фотолағы бәлеште синыфташтарым менән мәктәп ашханаһында бергәләп бешерҙек. Етәксебеҙ өйрәтеп торҙо. Аштарығыҙ тәмле булһын!» – ти Ильяс.