

1 стакан һөт, 2 ҡалаҡ шәкәр ҡомо, 2 ҡалаҡ иретелгән аҡ май йәки ҡаймаҡ, ярты балғалаҡ тоҙ, ярты балғалаҡ сода (йәки 1 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс), 2 стакан он (тимәк, 1 стакан - 200 миллиграмм)
Эслеге өсөн кәрәк буласаҡ: 300 грамм ҡуҙғалаҡ, самалап менән шәкәр ҡомо (150-200 грамм), кәрәгенсә самалап май.
Әҙерләү ысулы:
Ҡамыр өсөн барыһын бергә ҡушып баҫырға ла, бер аҙғаҡамырҙы һалып торабыҙ. Эслегенә ҡуҙғалаҡты турағас, шәкәр ҡомо өҫтәп, яҡшылап бутарға.
Бәлештең ҡамырын йоҡа итеп йәйегеҙ. Теләгәндә өҫтөн матурлап биҙәргә лә була. Йомортҡа һарыһын һылау ҙа артыҡ булмаҫ.
180 градус тиклем ҡыҙған мейестә 25-30 минут бешерергә.
Сығанаҡ һәм фото: РЕЦЕПТЫ ОТ УНГАН КИЛЕН