+19 °С
Ясна
VKOKМакс
Аш-һыу серҙәре
5 Июнь , 05:43

Ыумас, кухе, самса – йәнең теләгәнде аша!

“Турахан” визит үҙәге майҙансығында беренсе гастрономия фестивале гөрләне. Был байрам районда тәүге тапҡыр үткәрелеүе менән генә түгел, ә халыҡтар дуҫлығын яҡтыртыуы менән дә үҙенсәлекле. Ҡатнашырға теләк белдергән һәр ғаилә ниндәйҙер милли ризыҡ әҙерләп килтерергә тейеш ине.

Ыумас, кухе, самса – йәнең теләгәнде аша!Ыумас, кухе, самса – йәнең теләгәнде аша!
Ыумас, кухе, самса – йәнең теләгәнде аша!

Көндөң йонсоулығы һис ҡамасау булманы: ҡунаҡтар рәхәтләнеп күңел асты. Балалар өсөн уйындар, сәксәк бешереү буйынса оҫталыҡ дәресе ойошторолһа, кемдер дәртле концерт номерҙары ҡарап кинәнде. Турахан кәшәнәһенә күтәрелеүселәр ҙә күп булды.

Сарала 8 ғаилә ҡатнашты. Шишмә, Архангел, Благовар, Өфөнән килеүселәр төрлө ризыҡ хаҡында һөйләне. Сағыу милли кейемдәге ҡатнашыусыларға ҡарап күҙ ҡамаша. Шарт буйынса һәр ғаиләлә бала ла булырға тейеш икән – байрам Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө уңайынан әҙерләнгән. Кәримовтар ғаиләһе менән танышабыҙ. Айгөл Рафиҡ ҡыҙы әсәһе, ҡәйнәһе, ҡыҙы һәм уның әхирәте менән килгән.

– Шишмә районынанмын, үҙем Дурас ауыл хакимиәтендә эшләйем, – ти ул. – Был байрам хаҡында белгәс, ихлас ҡушылдыҡ. Ҡәйнәм ҡош теле бешерҙе, әсәйем боронғо аш-һыуыбыҙ ыумасты әҙерләне. Был ит иһә – ҡорбан салғандан. Йәнә ҡаҡ та килтерҙек.

Фестивалдең төп бурысы, әлбиттә, иң тәмле аш-һыуҙы, иң яҡшы презентацияны билдәләү ине. “Ризыҡты тәмләп таны” тигән конкурс та булды. Ойоштороусылар һәм бағыусылар шәп бүләктәр әҙерләгән. Һөҙөмтәлә, кухе (беҙҙеңсә – шәрбәт бәлеш) тип аталған немец ризығын килтергән Благовар районы Пришиб ауылынан Рейбандтар ғаиләһе беренсе урынды яуланы. Үҙҙәре эй дәртле: йырлап та ебәрәләр, барыһын да ихлас һыйлайҙар ҙа. Икенсе урын – Архангелдән Әсәҙуллиндар (үзбәк самсаһын тәҡдим иттеләр), ә өсөнсөлә – Шишмәнән Михайловтар (ҡаҙаҡ бишбармағы). Бынан тыш, һәр ғаилә, һәр бала төрлө номинацияла билдәләнде – берәү ҙә бүләкһеҙ ҡалманы.

Район ағинәйҙәре ул арала Дуҫлыҡ сәксәге бешереп, барса халыҡ тәмле аҙыҡ менән һыйланды. Тәүге гастрономия фестивале уңышлы үтте, ул артабан да дауам итер, тигән өмөттә таралыштыҡ.

Лилиә Фазлетдинова һәм Алина Ишмөхәмәтова фотолары.

Автор:Лилия Мавлетова
Читайте нас