+17 °С
Облачно
VKOKTelegram
Аш-һыу серҙәре
18 Июня , 07:50

Йәшелсәнән тәмле ризыҡ

Был ризыҡты йәйгеһен әҙерләү бик уңайлы инде. Үҙе туҡлыҡлы, үҙе тәмле!.Әҙерләүе лә еңел генә.

Йәшелсәнән тәмле ризыҡЙәшелсәнән тәмле ризыҡ
Йәшелсәнән тәмле ризыҡ

4 баш һуғанды, 800 грамм кишерҙе әрсегәс, турарға кәрәк. Уларҙы 4 ҡалаҡ үҫемлек майында ҡыҙҙырырға ла, кәстрүлгә һалып, 1 литр һурпа йәки һыу өҫтәп, утҡа ҡуйырға. Туралған картуф (1 килограмдан ашыу тирәһе), 2 лавр япрағы, петрушка һалып, ҡайнатырға. Йәшелсәләр бешкәс, уның яртыһын алырға, ә ҡалған яртыһын блендер менән иҙергә.

Иҙмәне ҡабат утҡа ҡуйып, бешкән йәшелсәләрҙең икенсе өлөшөн, 200 грамм консерваланған йәшел борсаҡ, 200 миллиграмм һөт өҫтө ҡушып, тоҙ, борос һибеп, тағы ла биш минут быҡтырырға. Табынға йәшел тәмләткестәр, киптерелгән икмәк валсыҡтары һәм ҡаймаҡ менән бирергә.

Сығанаҡ һәм фото: "Шонҡар"

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас