+19 °С
Ясна
VKOKМакс
Аш-һыу серҙәре
10 Июль , 07:45

Еләктән бәлеш

Әле ҡырҙарҙа еләктең бешкән мәле. Һеҙгә унан еңел генә бәлеш бешереү ысулын тәҡдим итәбеҙ.

Еләктән бәлешЕләктән бәлеш
Еләктән бәлеш

Кәрәк буласаҡ: һатыуҙағы 15 процентлы 200 грамм ҡаймаҡ, 300 – 400 миллиграмм әсегән һөт (кефир ҙа мөмкин), 1 балғалаҡ сода, ярты балғалаҡ тоҙ, 1 ҡалаҡ шәкәр ҡомо, 2 ҡалаҡ көнбағыш майы һәм самалап он.
Әҙерләү ысулы: барыһын бергә ҡушып ҡамыр баҫырға.
Эслегенә еләкте (әҙерәк шәкәр ҡомо ҡушып ебәрергә онотмағыҙ), уның өҫтөнә май киҫәктәре йә ауыл ҡаймағы һалығыҙ. Бәлеште 30 – 40 минутҡа 180 градус эҫелектәге мейестә бешереп алығыҙ.

 Фото: З. ХӘКИМОВА.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас