+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Аш-һыу серҙәре
27 Июль , 06:09

Гамбургер яратаһығыҙмы?

Беләһегеҙме, бөгөн донъяла Гамбургер көнө билдәләнә! 1900 йылдың 27 июлендә тәүге гамбургер һатылған икән.

Гамбургер яратаһығыҙмы?Гамбургер яратаһығыҙмы?
Гамбургер яратаһығыҙмы?

Америка ашнаҡсыһы Луи Лессинг Нью-Хейвен ҡалаһында беренсе гамбургерҙы эшләп һатҡан. Ул итте ике булочка араһына һалған, соус һәм салат япрағы өҫтәгән. Был тиҙ генә ҡапҡылап алыу өсөн бик уңайлы булған. Һуңыраҡ гастроном гамбургерға патент ала.

Байрам айҡанлы Өфөнән Рания Фазлетдинова бургер рецебы тәҡдим итә. Магазинда һатылған махсус булкаға соус һылайбыҙ. Хәҙер тап бургер өсөн соустар ҙа һатыла бит. Кәтлит, помидор һәм ҡыяр киҫәктәре һалабыҙ. Салат япрағы йә башҡа йәшел тәмләткес өҫтәһәгеҙ, тағы ла тәмлерәк буласаҡ. 

Гамбургер яратаһығыҙмы?
Гамбургер яратаһығыҙмы?
Автор:Лилия Мавлетова
Читайте нас