+12 °С
Облачно
VKOKМакс
Аш-һыу серҙәре
3 Сентября , 10:40

Алманан тәмле бәлеш

Ҡамыр өсөн 170 грамм аҡ май, 1 стакан йылы һөт, 2 йомортҡа, 1,5 аш ҡалағы майонез, 1 аш ҡалағы ҡаймаҡ, 1 сәй ҡалағы тоҙ, 1 аш ҡалағы шәкәр ҡомо, 11 грамм ҡоро сөпрә кәрәк була.

Алманан тәмле бәлешАлманан тәмле бәлеш
Алманан тәмле бәлеш

Әҙерләү ысулы: 0,5 стакан йылы һыуға сөпрә, шәкәр ҡомо һалып ҡабартып алырға. Шунан һөт менән йомортҡа, аҡ май һалып болғатырға, 1,5 аш ҡалағы майонез, он өҫтәп йомшаҡ итеп ҡамыр баҫырға.

Һыуытҡысҡа ҡуйып, бер аҙ ял иттергән арала эслек әҙерләүгә күсәбеҙ. Бының өсөн алманы йыуып, ҡабығын әрсеп, йоҡа телемләп турарға кәрәк. 

Ҡамырҙың бер өлөшөн йоҡа итеп йәйеп, майланған табаға һалабыҙ һәм туралған алманы тигеҙ итеп йәйәбеҙ. Шәкәр, ҡаймаҡ һибеп, өҫтөнә ҡамырҙың ҡалған өлөшөн ҡаплайбыҙ. Шунан он, май, шәкәр ҡомо ҡатнашмаһын һибәбеҙ.

Бәлеш 180 градусҡа тиклем ҡыҙған духовкала 40 минутта бешеп сыға. 

Рәмзиә ВӘЛИЕВА рецебы.

Сығанаҡ: https://atnya-rt.ru/

Фото: https://atnya-rt.ru/

 

 

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас