+15 °С
Ясно
VKOKМакс
Аш-һыу серҙәре
10 Сентября , 06:25

Сәйгә — тәмлекәс

Буйлы-буйлы булғаны өсөн "Зебра" тигән исем бирелгән был бәлеште әҙерләүҙең әллә ни ауырлығы юҡ. Уның ҡарауы, шул тиклем тәмле килеп сыға. Рецебын һеҙгә лә тәҡдим итәбеҙ.

Сәйгә — тәмлекәсСәйгә — тәмлекәс
Сәйгә — тәмлекәс

Кәрәк буласаҡ: 3 йомортҡа, 1 стакан шәкәр, 1 стакан һөт, ярты стакан көнбағыш майы, 1 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс (йәки аш содаһы+уксус), 1,5-2 стакан он һәм 2-3 аш ҡалағы какао.

Әҙерләү ысулы: йомортҡаларҙы шәкәр менән туғырға. Һөт һәм көнбағыш майы өҫтәп, яҡшылап болғатырға.Ҡамыр йомшартҡыс менән ондо ла һалғас, тағы ла ҡуйырғансы болғатырға кәрәк. Шунан ҡамырҙы ике өлөшкә бүлеп, береһенә какао өҫтәргә.
Артабан табаның уртаһына алмашлап икешәр аш ҡалағы ҡамыр ҡоябыҙ: тәүҙә ағын, унан һуң какао ҡушылғанын. Ҡойоп бөткәс, ҡамырҙың өҫтөнә шырпы ярҙамында биҙәктәр яһарға була. 

Хәҙер "Зебра" бәлешен 180 градуста 25-30 минут бешереп алырға ғына ҡала.
Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын, дуҫтар!

Фото: candiland.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас