-5 °С
Ясно
VKOKМакс
Аш-һыу серҙәре
18 Сентября , 08:20

"Ҡырмыҫҡа иләүе" бешерәйек!

Был тәмлекәсте түбәндәге рецепт менән бешерһәгеҙ, ҡамыры тәмле килеп сығыр. 

Добавить в предпочтительные источники Google
"Ҡырмыҫҡа иләүе" бешерәйек!"Ҡырмыҫҡа иләүе" бешерәйек!
"Ҡырмыҫҡа иләүе" бешерәйек!

Ҡамыр өсөн 1 ҡап маргарин йәки аҡ май, 3  ҡалаҡ шәкәр, 3  ҡалаҡ ҡаймаҡ, 2  балғалаҡ  ҡамыр ҡабартҡыс (разрыхлитель) йәки  1 балғалаҡ аш һеркәһендә һүндерелгән сода, ярты ҡап аҡ май, бер банка ҡуйыртылған һөт кәрәк. Йомортҡа һалмаҫҡа, ул ҡамырҙы ҡатыра.

Ҡамырҙы баҫҡаҫ, уны һыуытҡысҡа ҡуйып ҡатырып, ит турағыс аша сығарап, мейескә бешерергә ҡуябыҙ. Был ҡамыр тиҙ генә бешеп сыға. Көйөп китмәһен өсөн ҡарап тороғоҙ. Бешеп сыҡҡас, уны ваҡлап, ҡайнатылған ҡуйыртылған һөт, май һалып, ҡырмыҫҡа иләүе формаһында тәрилкәләргә өйөргә. Ҡуйыртылған һөттө һыулы кәстрүлдә бер сәғәттән ашыу ҡайнатырға кәрәк.

Торттың өҫтөн мәк, иретелгән шоколад менән биҙәргә мөмкин.

Сығанаҡ: ye102.ru

Фото: pinimg.com

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас