+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Мәктәп туҡланыуы операторҙары берләшә

Өфөлә мәктәп туҡланыуы операторҙары берләштерелә.

«Мәктәп һәм балалар туҡланыуы үҙәге» муниципаль унитар предприятиеһы һәм «Спектр» мәктәп һәм балалар туҡланыуы комбинаты» муниципаль унитар предприятиеһы үҙ эшмәкәрлеген «Балалар һәм диетик туҡланыуы үҙәге» муниципаль автономлы учреждениеһының берҙәм структураһында дауам итәсәк. Әлеге ваҡытта берҙәм меню төҙөлгән, аҙыҡ-түлек блогы хеҙмәткәрҙәре өсөн махсус кейем һәм һауыт-һаба һатып алынған.

Туҡланыу карточкаларында ҡалған аҡсаны ҡайтарып алыу өсөн ата-әсәләргә йәки законлы вәкилдәргә үҙҙәренең элекке операторҙарына мөрәжәғәт итергә кәрәк. «Мәктәп һәм балалар туҡланыуы үҙәге» муниципаль унитар предприятиеһы Әй урамы, 71-се йорт адресы буйынса урынлашҡан, телефоны: 8 (347) 253-71-85.

«Спектр» мәктәп һәм балалар туҡланыу комбинаты» муниципаль унитар предприятиеһы Ульянов урамы, 71 адресы буйынса урынлашҡан, телефоны: 8 (347) 264-64-41.

Ҡалған аҡсаны ҡайтарыуға ғаризаға паспорт, баланың тыуыу тураһында таныҡлығы күсермәләрен һәм банк реквизиттары менән белешмәне беркетергә кәрәк. Өҫтәмә мәғлүмәтте баш ҡала хакимиәтенең Мәғариф идаралығында 8 (347) 248-81-33 телефоны буйынса алырға мөмкин.
Читайте нас: