+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ата-әсәләр иғтибарына
8 Октябрь 2019, 19:24

Биш балаһын эскегә алмаштырған

Бала өсөн атай һәм әсәй, ниндәй генә булыуҙарына ҡарамаҫтан, эскелеккә бирелгәнме, насар холоҡломо ул, һәр ваҡыт иң яҡын, яратҡан кешеләре булып ҡала. Шулай түгелме ни?

Ә бына атай-әсәйҙәр тураһында былай тип әйтеп булмайҙыр. Юғиһә, сабыйҙарына ашарға алыу урынына бала аҡсаһын да араҡыға түкмәҫтәр ине. Ана бит, Өфөнөң Черниковка биҫтәһендә йәшәгән 31 йәшлек ҡатын тағы ике балаһына ҡарата әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителәсәк, тип яҙалар. Өс балаһына ҡарата быға тиклем үк мәхрүм ителгән.

Сабыйҙарының ашарына булмағас, витамин етешмәй йыш ауырыһалар ҙа, ҡатын табипҡа мөрәжәғәт итмәгән. Әле бәләкәстәр Бала йортонда. Шулай итеп, социаль етемдәр арта инде, улар, йәғни атай-әсәйҙәре тере булып та, балалар йортона эләгеүселәр 70 процент тәшкил итә.

Әйткәндәй, республикала «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәктәге штабы тәҡдиме менән «Минең ғаиләм» тигән проект эшләй башланы. Маҡсаты – ғаиләләрҙәге эскелеккә һәм социаль етемлеккә ҡаршы көрәш. Был проект күп балаларҙы етемлектән ҡотҡарыр, уларға үҙ ғаиләләрендә бәхетле йәшәргә мөмкинлек бирер, тигән ышаныс бар.
Читайте нас: