-4 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Ата-әсәләр иғтибарына
26 Ноябрь 2019, 14:40

Араҡы һатыу сикләнә

Яңы йылға ла күп ҡалманы. Быйыл 31 декабрҙе лә ял көнө итмәкселәр.

Дәүләт Думаһы депутаттары был идеяны хуплаған. Тик ял көндәренең һаны үҙгәрешһеҙ ҡалырға тейеш. Томск өлкәһендә, мәҫәлән, 31 декабрь өсөн шәмбе, 28 декабрҙә, эшләргә тип хәл иткәндәр.
Тағы бер яңылыҡ: Башҡортостанда Яңы йыл каникулы ваҡытында иҫерткес эсемлектәрҙе һатыуҙы сикләү тураһында ҡанун проекты әҙерләнгән. Әле уның буйынса фекер алышыуҙар бара. Проектҡа ярашлы, спиртлы эсемлектәр 3 ғинуарҙа бөтөнләй һатылмаясаҡ, 4-нән 6-һына тиклем иртәнге 10-дан көндөҙгө 2-гә тиклем генә һатыласаҡ.
Билдәле булыуынса, Яңы йыл ялдары ваҡытындағы эскелек мәсьәләһен республикабыҙ етәксеһе Радий Хәбиров октябрҙә үк күтәреп сыҡҡайны. 10 көнлөк каникулда эскелек арҡаһында төрлө енәйәттәрҙең, янғындарҙың артыуы нәҡ 4 – 5 ғинуарға тура килгән икән. Әйткәндәй, һабантуйҙар мәлендә спиртлы эсемлектәр һатыуҙы тыйыу ыңғай һөҙөмтә биргән.
Ҡанун проектта ғына ҡалмаҫ, моғайын, уны хуплап ҡабул итерҙәр. Енәйәтселек тә кәмер. Халыҡ каникул көндәрен эскелек менән түгел, файҙалы шөғөлдәр менән үткәрер.
Читайте нас: