+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ата-әсәләр иғтибарына
10 Декабрь 2019, 18:40

Биш йәшкә тиклем клиникала йәшәй?

Мәскәүҙәге шәхси перинаталь үҙәктәрҙең береһендә 5 йәшлек ҡыҙыҡай йәшәй.

Аптырамаҫ инең дә, уны ата-әсәһе тыуғандан бирле өйҙәренә алып ҡайтмаған, сабыйҙарынан баш та тартмайҙар икән... Ҡыҙҙары йәшәгән айырым палатаға, ике бала ҡараусыға аҡса түләйҙәр. Һау-сәләмәт булып та өйҙәренә алып ҡайтмауҙары аңлашылмай: һаман, ул ауырый, дауаларға кәрәк, тип ныҡышалар икән.
Март айында клиника вәкилдәре баланы алыуҙарын талап итеп, судҡа мөрәжәғәт иткән. Хәл үҙгәрешһеҙ ҡалған. Ноябрҙә тағы суд булған һәм ҡыҙҙы клиникала тотоуҙың кәрәге юҡлығы иҫбатланған. Тегеләр һаман да балаларын өйҙәренә алып ҡайтырға уйламағас, опека һәм попечителлек органдары ата-әсәлек хоҡуғын сикләү мәсьәләһен күтәрергә уйлай. Шундай уҡ мөнәсәбәт һаҡланһа, мәхрүм итеүҙәре лә бар.
Баланы өйҙә йәшәүҙән, наҙҙан мәхрүм иткән ниндәй ғаилә икән ул? Ғөмүмән, ғаилә тип әйтеп буламы? Был турала берәй яңылыҡ белеп ҡалһаҡ, һеҙҙең менән дә уртаҡлашырбыҙ.
Читайте нас: