+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ата-әсәләр иғтибарына
19 Декабрь 2019, 15:25

Әсәй ҙә кәрәк, атай ҙа

– Тимур, ә һин Ҡыш бабайҙан нимә һорар инең? Уҡытыусының һорауына яуап биреү урынына малай иланы ла ебәрҙе.

– Бер нәмә лә һорамайым! Яратмайым мин бер байрамды ла, Яңы йылды ла көтмәйем...
Уҡыусыһының быйыл бик күңелһеҙ йөрөүен, уҡыу буйынса ла тырышмауын һиҙеп йөрөй уҡытыусы, атаһы менән әсәһе бергә йәшәмәгәнен дә белә. Нисек йыуатырға һуң?
Тимурҙың, ысынлап та, атаһы улар менән бергә тормағанға кәйефе юҡ. Бүтән синыфташтарын, ана, атайҙары эштән ҡайтышлай машина менән килеп ала. Ә Тимур ҡайһы берҙә мәктәптән яңғыҙ ҡайтырға мәжбүр. Сөнки әсәһе ике урында эшләй, үҙҙәре генә йәшәгәс, аҡса еткерергә кәрәк бит. Атаһы ниңә улар менән бергә тора алмағанын аңлап етмәй малай. Улар бит татыу ғына, бәхетле генә йәшәй ине. Ҡайһы бер ғаиләләр кеүек эсеп, талашҡандары ла булманы. Икеһе лә тыныс холоҡло бит: нимә бүлешә алмағандарҙыр? Улдарынан һорап та торманылар, айырым йәшәй башланылар. Әгәр һораған булһалар, һис шикһеҙ, мин атайлы һәм әсәйле тулы ғаиләлә йәшәргә теләйем, бергә торайыҡ, тип әйтер ине Тимур. Исмаһам, атаһы килеп тә китмәй бит...
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн Тимур кеүек балалар аҙ түгел. Атай-әсәйҙәр үҙ мәнфәғәттәрен генә ҡайғыртып, улдарын, ҡыҙҙарын бәхетһеҙ итә. Илебеҙҙә айырыл­ғандар, тарҡалған ғаиләләр күбәйә. Бала тәрбиәләүгә яуапһыҙ ҡарау был.
Киләсәктә, бәлки, айырылышыуҙар кәмер. Сөнки Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаттары ғаиләләрҙең айырылыуына бәйле тыйыуҙар индерергә тәҡдим итте. Балалары булған ир менән ҡатын айырылышыу тураһында һөйләй башлаһа, уларҙы мотлаҡ рәүештә психологҡа махсус курстарға йөрөтәсәктәр. Бәлки, уйҙарынан кире ҡайтып, балалары хаҡына ғаиләләрен һаҡлап ҡалырҙар. Күптәр, бындай ҡанун әллә ҡасан кәрәк ине, тип иҫәпләй. Юғиһә, улдарын, ҡыҙҙарын тауар урынына күрә башланылар. Мәҫәлән, Өфөнән Мазовтар үҙ-ара килешә алмай, әсәй кеше, айырылышам, тигәнгә, атайҙары ике балиғ булмаған улын алып сығып китеп юғалды. Уларҙы һаман эҙләйҙәр. Малайҙарҙың ни ғәйебе бар? Өйҙәрен, әсәйҙәрен һағыналар­ҙыр инде. Иҫән-һауҙар микән? Әле әсәләре Эльмира Мазова атай­ҙарына, ҡайтығыҙ инде, элеккесә бергә йәшәйәсәкбеҙ, айырылышыу булмаясаҡ, бергәләп Яңы йылды ҡаршыларбыҙ, тип өндәшә лә ул...
Бөтә балалар ҙа ғаилә усағында йылынып, атай-әсәйҙәренән матур өлгө алып үҫһен ине. Юғиһә, ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр, тиелә бит халыҡ әйтемендә.
Читайте нас: