+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

"Йәншишмә"ле булайыҡ

Гәзитебеҙҙең күптәнге дуҫы, журналист, йәш яҙыусы Рәзинә Зәйнетдинованың "Йәншишмә"гә яҙылмай ҡалғаны юҡ. 2020 йылдың икенсе ярты йыллығында ла алдырасаҡ.

- Башҡорт халҡының бөйөк эпосының төп геройы Урал батыр тереклекте мәңге йәшәтер өсөн Йәншишмәнән һыу уртлап, тирә-яҡҡа һирпә. Башҡортостан балалар һәм үҫмерҙәр гәзите "Йәншишмә" лә бөгөнгө көндә телһөйәр, илһөйәр шәхес үҫтереүҙә шул уҡ мөһим ролде башҡара. Йәш быуынды тәрбиәләүсе республикабыҙҙың төп баҫмаларының береһе ул. "Йәншишмә"не балаларға яҙырайыҡ, таратайыҡ, - ти ул. Рәхмәт!
Читайте нас: