+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ата-әсәләр иғтибарына
29 Сентябрь 2020, 17:55

Приюттан үҙ өйҙәренә ҡайтҡандар

Ата-әсәләре иҫән булып та балалар йорттарында, социаль приюттарҙа йәшәгән ҡыҙҙар һәм малайҙар йәл. Социаль етемдәр, тиҙәр улар тураһында. Үҙ өйҙәрендә ғаилә усағында йылынып ҡына үҫергә өлкәндәрҙең насар ғәҙәттәре ҡамасаулай шул. Республикала эскесе ата-әсәләрҙе дауалау маҡсатында "Минең ғаиләм" тигән проект тормошҡа ашырыла башлағас, 10 ай эсендә 610 бала приюттан кире өйҙәренә ҡайтарылған.

Был турала республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Ленара Иванова Хөкүмәт йортондағы оператив кәңәшмәлә белдергән. Табиптар, психологтар, социаль хеҙмәткәрҙәр эскесе атай-әсәйҙәр менән эш алып барған. Проектта бөтәһе 438 ғаилә ҡатнашҡан. Һөҙөмтәлә, 610 баланы приюттарҙан өйҙәренә ҡайтарғандар, 186-һы тыуған йорттарында ҡала алған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, араҡынан айырыла алмаған, балаларын йәшел йыланға алмаштырғандар ҙа етерлек, 92 кешене айыҡ юлға баҫтыра алмағандар.
Фото: kakprosto.ru
Читайте нас: