+13 °С
Дождь
VKOKTelegram

Бала хаҡына...

Әлфиә ата-әсәһе менән генә йәшәй. Улар­ҙы күршеләре татыу ғаилә тип белә. Һәр хәлдә, үҙ-ара тауыш күтәреп әрләшкәндәре һиҙелмәй. Берҙән-бер ҡыҙҙарын да бик яраталар.

Тик Әлфиә генә үҙен бәхетле ғаиләлә үҫәм, тип иҫәпләмәй. Ни өсөнмө? Бер ваҡыт мәктәптән ҡайтҡан ҡыҙ өй ишеген әкрен генә асып инә һәм ата-әсәһенең әрләшкәнен ишетә. Был тауыш-ғауғала Әлфиә уларҙың бер-береһен шул тиклем күрә алмауын һиҙә. Әммә ҡыҙҙы быныһы ла әллә ни аптыратмай әле. Иң ғәжәпләндергәне шул була: уның ишек төбөндә нимәһендер төшөрөп ебәреүенә һиҫкәнеп, ата-әсә йәһәт кенә үҙ-ара әрләшеүҙән туҡтай. Бүлмәгә килеп ингән ҡыҙҙарын йылмайып ҡаршылайҙар. Кис буйына үҙҙәрен шулай тоталар: әйтерһең, улар араһында бер ниндәй ҙә тауыш булмаған.

Аҙағыраҡ, ҡыҙҙың үҫмер сағы тамамланып килгәндә, инде тормошҡа үҙ ҡарашы бул­ғанда, әсәһе менән сираттағы бәхәс ваҡытында Әлфиә шундай һүҙ ишетә:

– Нисек оят түгел һиңә, рәхмәтһеҙ бала?! Беҙ атайың менән һинең хаҡҡа үҙебеҙҙең бәхетебеҙҙе ҡорбан иттек. Һин тулы ғаиләлә үҫһен өсөн генә айырылышманыҡ!..

Әлфиә бындай һөйләшеүгә әҙер ине. Ата-әсәһе араһындағы мөнәсәбәт хаҡында ул күп тапҡыр уйлана. Шуға өндәшмәй түҙә алмай һәм йылдар буйына йыйылған үпкәһен бер минут эсендә әйтеп бирә:

– Мин һеҙҙең бер-берегеҙҙе яратмағанығыҙҙы белдем. Әрләшкәнегеҙҙе лә ишеттем. Һеҙ үҙегеҙҙе бәхетһеҙ итеп кенә ҡалманығыҙ, ә мине лә шулай йәшәүегеҙҙә ғәйепләйһегеҙ. Мин икегеҙҙе лә яратам. Әгәр һеҙ икегеҙ ҙә бәхетле булһағыҙ, миңә лә яҡшыраҡ булыр ине. Әгәр һеҙ бергә була алмайһығыҙ икән, айырым-айырым бәхетле булығыҙ. Мин һеҙҙең һәр ҡайһығыҙға килеп йөрөр һәм һәйбәт йәшәүегеҙгә ҡыуаныр инем. Миңә һеҙҙең эргәмдә булыуығыҙ ғына кәрәк ине, тип уйлайһығыҙмы? Юҡ. Минең янымда ике бәхетле кешенең булыуы мөһим. Һеҙ мине ана шунан мәхрүм иттегеҙ, бәхетле ғаилә нисек булырға тейеш тигәнде үҙ тормошоғоҙ миҫалында күрһәтә алманығыҙ. Шуға хәҙер минең үҙемә был хаҡта уйланырға тура киләсәк. Тик мин, һеҙҙең шикелле, мөхәббәтте үлтермәйәсәкмен.

З. СӘЛИМЙӘНОВА.

Фото: pediatrinfo.ru


Читайте нас