+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Түләүҙәрҙе 20 миллионлап ата-әсә аласаҡ

Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Юлламаһында август айында түләүҙәр аласаҡ ғаиләләрҙең исемлегенә йәнә үҙгәрештәр индерҙе.

Унда 18 – 23 йәштәге сәләмәтлек мөмкинлектәре сикле балалар һәм уларҙың законлы вәкилдәре лә индерелде. Шулай итеп, бер тапҡыр бирелә торған 10 мең һумлыҡ пособие 6 йәштән (сабыйға 6 йәш 2021 йылдың 1 сентябренә ҡәҙәр тулған осраҡта) 18 йәшкә тиклем балаларға түләнә. Бынан тыш, әгәр ҙә уҡыусы төп дөйөм белем биреү программалары буйынса уҡыуын дауам итһә, бындай пособие 18 – 23 йәштәге сәләмәтлек мөмкинлектәре сикле граждандарға ла түләнәсәк. Рәсәйҙең территориаль органы мөрәжәғәтте биш көн эсендә ҡараясаҡ. Бындай түләүҙәрҙе 20 миллиондан артыҡ баланың ата-әсәһе аласаҡ.
Фото: lady-i.ru
Читайте нас: