+16 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Өкө баланың күҙен суҡыған

Ошо көндәрҙә Салауат районы Йонос ауылындағы булған бер күңелһеҙ хәл барыһын да аптыратҡандыр, бәлки.

Сөнки бындай осраҡ бик һирәк була торған һымаҡ. Ауыл малайҙары күршелә генә юҡҡа сыҡҡан Тәкәй ауылы янындағы йылғаға һыу инергә барған. Юлда балаларҙың береһе үлән араһында ултырған өкө балаһын күреп ҡала ла уны ҡулына ала. Кеше ҡулындағы ҡошсоғон күрептерме, өкө тиҙ генә уны яҡларға ташлана. Ҡош суҡый башлай һәм малайҙың күҙе зарарлана. Баланы тиҙ генә дауахана алып баралар барыуын, тик ныҡ зыян килгәнлектән, күҙен ҡотҡарып ҡала алмайҙар. Тиҙ арала Өфөлә эшләнгән операция ла ярҙам итмәй.
Белеүебеҙсә, өкөләр йыртҡыс ҡоштар исемлегенә инә. Шуға күрә лә ул үҙенең ғаиләһенә хәүеф янағанда үҙенең йыртҡыслығын күрһәтергә мәжбүр булалыр инде. Ҡәҙерле ата-әсәләр, балаларға ҡырағай ҡоштарға тейергә, уларҙың ояларына яҡын барырға кәрәкмәгәнлеген аңлатып ҡуйығыҙ, уйламаған ерҙән генә күңелһеҙ осраҡтар сығырға ғына тора бит.
Фото: 1zoom.ru
Читайте нас: