+20 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Балаларға тотонолһон

Бөгөн атай-әсәйҙәрҙең иҫәбенә балаларға мәктәпкә әҙерләнеү өсөн тәғәйенләнгән 10 мең аҡса күсерелә башланы. 

Балаларға тотонолһон
Балаларға тотонолһон

Путин аҡсаһы 16 августан бирелә башлаясаҡ, тигәйнеләр. Әммә 1 сентябргә иркенләберәк әҙерләнһендәр тип, 2 августан күсерергә булдылар. Кемдәр Дәүләт хеҙмәттәре порталында йәки Пенсия фонды аша ғариза яҙған, бөгөн уларҙың карталарына балаларына тигән 10-ар мең аҡса күсте. 

Күсеүен күсте, әммә ул ысынлап та балалар мәнфәғәтенә тотонолһон ине. Юғиһә, бала аҡсаһы килеү менән магазинға спиртлы эсемлек алырға йүгергән өлкәндәр ҙә юҡ түгел бит. Улай ғынамы, ғаиләһе менән йәшәмәгән, уны тәрбиәләүҙә ҡатнашмаған кешеләр алдан ғариза тултырып, бындай түләүҙе үҙ иҫәбенә күсерткән осраҡтар ҙа булды бығаса. 

Бер тапҡыр бирелә торған социаль түләү һәр балаға күптәнге хыялын тормошҡа ашырып, кәрәкле әйбер алыуға йәки мәктәпкә әҙерләнеүгә генә тотонолһон ине.

Фото: telegramnews.ru

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: