+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ата-әсәләр иғтибарына
23 Август 2021, 11:10

Ят кешегә эйәрмә!

…Был хәлгә 30 йылдан ашыу ваҡыт үткәндер.

Ят кешегә эйәрмә!
Ят кешегә эйәрмә!

Әхирәтем менән ҡояшлы йәйге көндә паркта йөрөй инек. Урта йәштәрҙәге йыуантыҡ ҡына бер ир кеше яныбыҙға килде лә епкә тағылған тимер менән ниндәйҙер фокус күрһәтергә кереште. Аҙаҡтан аңлауымса, ул шулай итеп беҙҙе әүрәтергә уйлаған.– Ҡыҙҙар, мин фотоға төшөрәм. Фатирымда – студиям. Фотоға төшөргә теләмәйһегеҙме, әйҙә, рәхим итегеҙ. Адресым… – тип үҙенең йәшәгән урынын әйтте. Әлбиттә, күңелемде шом биләп алды: «Вәт, хәйләкәр. Фотоға төшөргә ни, ана тора фотосалон. Был әҙәмдең әллә ниндәй мәкерле уйҙары бар­ҙыр әле». Беҙ теге кеше янынан тиҙерәк китеү яғын ҡараныҡ. Ә кемдер, бәлки, уныһын-быныһын уйлап тормай, фотоға төшәм тип, уның өйөнә лә барғандыр әле. Ә ул ысынлап берәй маньяк булып сыҡһа?!Енәйәтселәр, маньяктар элек тә булған, хәҙер ҙә ҡур­ҡыныс хәбәрҙәрҙе ишеткеләйбеҙ. Шуға күрә һәр ерҙә һаҡ булырға кәрәк. Атай-әсәй­ҙәрегеҙ, уҡытыусы, тәрбиәселәрегеҙ ҙә был турала иҫкәртеп кенә торалыр. Беҙ ҙә һеҙгә ишеткән-белгәндәребеҙҙе туплап, кәңәштәр бирергә булдыҡ.Беренсенән, балаларҙы урлаусы, көсләүсе енәйәтселәр тәү ҡарашҡа уҡ ҡурҡыныс була, әллә ҡайҙан күренеп тора тип уйлау дөрөҫ түгел. Ул, ҡыҙҙарға, малайҙарға оҡшайым тип, һәйбәт тәьҫир ҡалдырырға тырыша. Төрлө ысулдар менән кеше йөрөмәгән урынға алып китеүе ихтимал. Мәҫәлән, «әйҙә, мин һиңә бесәй балаларын күрһәтәм», «миңә бесәйемде тотор­ға ярҙам ит әле, подвалға ҡас­ҡайны» тип. Бәләкәстәрҙең, аҙағын уйламай, ризалашып ҡуйыуы бар. Һис тә улай ярамай! Ят кеше менән урамда бөтөнләй һөйләшмәүегеҙ хәйерле. Кәнфит, уйынсыҡ, бүтән берәй әйбер тәҡдим итһәләр, алмағыҙ. Ҡараңғыла урамда йөрөү ҙә хәүефле. Республикала киске 10-дан таңғы 6-ға тиклем 17 йәшкәсә балалар өсөн «комендант сәғәте» юҡҡа индерелмәгән. Тағы бер ябай ғына ҡағиҙә: мәктәпкә барғанда, ҡайтҡанда парк, сквер аша йөрөмәгеҙ. Урау булһа ла, кешеләр күп булған таныш юл яҡшыраҡ.Ситтәрҙең генә түгел, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, таныш кешеләрҙең дә мәкерле уйы булыуы бар. Шуны иҫегеҙҙә тотоғоҙ: тәнеңә бары тик үҙең генә хужа, бүтән берәүҙең дә һиңә ҡағылырға хаҡы юҡ. Кемдер ҡайҙалыр саҡырһа, мин атай-әсәйемдән һорайым әле, улар менән генә барам, тип әйт. Икәүегеҙ араһында бул­ған һөйләшеүҙе бер кемгә лә әйтмәҫкә ҡушһалар, киреһенсә, атай-әсәйеңә бөтәһен дә һөйләп бирергә кәрәк.Тағы ла шуны хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: бер ҡасан да өлкәндәр өйҙә юҡта сит кешеләргә ишек асырға ярамай. Улар полициянан, почтанан йәки атай-әсәйегеҙҙең танышымын тиһә лә.

Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА.

Фото: интернет селтәренән

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: