+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ата-әсәләр иғтибарына
1 Сентябрь 2021, 11:20

Баланы нисек уятырға?

Иртән йоҡоһонан айырылырға теләмәгән балаларығыҙҙы нисек уятаһығыҙ?Ҡыйынмы?

Баланы нисек уятырға?
Баланы нисек уятырға?

Иң яҡшыһы – яйлап ҡына уятырға, ти психологтар. Будильникты торорға кәрәк булған ваҡыттан 10 – 15 минутҡа иртәрәк ҡуярға кәңәш итәләр.Балаға әҙерәк карауатта аунап ятып, уянып етергә ваҡыт ҡалһын.

Баланы ҡытыҡларға, юрғанын,  мендәрен тартып алырға, көслө музыка ҡабыҙып,йоҡоһон асырға ярамай. Быларҙың барыһы ла йоҡоло организмға кире тәьҫир итә. Киреһенсә, йоҡонан тороуҙы бер йолаға әүерелдерергә тырышығыҙ. Әйтәйек, сабыйығыҙҙы берәй тәмлекәс менән һыйларға йәки башынан һыйпап, шаян шиғыр һөйләргә лә була. Иң мөһиме – баланы күреүегеҙгә бик шат булыуығыҙ тураһында әйтергә онотмағыҙ.

Фото: ckaska.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: