+23 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ата-әсәләр иғтибарына
1 Сентябрь 2021, 11:43

Эш хаҡының 100 проценты түләнә

 Быға тиклем ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы буйынса түләү хеҙмәт стажына бәйле ине. Мәҫәлән, 6 айҙан 5 йылға тиклем стажы булғандарға эш хаҡының 60 проценты ғына түләнә торғайны. Шуғалыр ҙа сирләп, һауығып бөтмәгән килеш тә балаһын балалар баҡсаһына йөрөтөүселәр булманы түгел, булды.   

Эш хаҡының 100 проценты түләнә
Эш хаҡының 100 проценты түләнә

1 сентябрҙән иһә стажға ҡарамай, ете йәшкә тиклемге балалары булған бөтә әсәйҙәр ҙә "больничный"ҙа булған өсөн хеҙмәт хаҡының 100 процентын аласаҡ. Дәүләт Думаһы ҡабул иткән ҡанун үҙ көсөнә инә.

Белеүебеҙсә, апрелдә Президент Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә "Берҙәм Рәсәй" партияһының ошо социаль түләү тураһындағы тәҡдимен хуплауы тураһында белдергәйне. 

Фото: tkrf1.ru

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: