+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ата-әсәләр иғтибарына
16 Сентябрь 2021, 15:00

"Сәләмәтлек балансы"

“Үҙенсәлекле балалар” мәрхәмәтлелек фондының проекты нигеҙендә баш ҡалабыҙҙың Октябрь районында урынлашҡан абилитация үҙәгендә “Сәләмәтлек балансы” тигән исем менән нейростудия эшләй башланы.

"Сәләмәтлек балансы"
"Сәләмәтлек балансы"

Унда гидрореабилитация, ҡаяға үрмәләү, сенсор-динамика, тренажёр, арт-терапия, бейеү терапияһы, балалар һәм ата-әсәләр залдары урынлашҡан.

Нейростудияның маҡсаты – мейелә нейрон бәйләнештәр булдырыу. Уҡыуҙағы ауырлыҡтар, баланың тиҙ ҡуҙғып һәм һәр нәмәне күңеленә ауыр ҡабул итеп барыуы, мейе һәм нервы системаһының үҙенсәлектәре менән бәйле.

Студияны асыуҙа «Бәхет биләмәһе» фондының попечителдәр советы рәйесе Каринэ Хәбирова, БР Дәүләт Йыйылышы депутаты Эльвира Айытҡолова, БР ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова, БР һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Игорь Засядкин, «Башнефть» компанияһының власть органдары менән хеҙмәттәштлек итеү буйынса департаменты директоры Рушан Сәйетов ҡатнашты.

Фото: ufacity.info

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: