+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ата-әсәләр иғтибарына
29 Сентябрь 2021, 13:10

Социаль учреждениеға атай-әсәй ғаризаһы буйынса?

Әлеге ваҡытта Рәсәйҙә 28 мең баланың ваҡытлыса социаль учреждениела йәшәүе билдәле. Атай-әсәйҙәре ғаризаһы буйынса шунда эләгеүҙәре аяныслы. 

Социаль учреждениеға атай-әсәй ғаризаһы буйынса?
Социаль учреждениеға атай-әсәй ғаризаһы буйынса?

Әлбиттә, төп сәбәп эскелек, наркомания кеүек сирҙәргә барып тоташа. Бындай осраҡтарҙа социаль хеҙмәттәр үҙҙәре үк балаларҙы насар мөхиттән йолоп алырға тырыша. Әммә бүтән сәбәптәр ҙә бар. Мәҫәлән, бер атай яңғыҙы ике бала тәрбиәләй, береһе - сирле, саҡ ҡына ял итеп алам, тип социаль приютҡа урынлаштырған. Йәнә бер осраҡта әсәй кеше икенсе тапҡыр кейәүгә сыҡҡан, әммә яңы ғаиләлә уның ҡыҙын иренең әсәһе яратмай. Ҡатын ауырға ҡалып, дауаханаға ятырға кәрәк булғас, ҡыҙыҡайҙы ҡарарға йыйынмауын белдерә, үҙ әсәһе, туғандары юҡ. Балаһын ирекһеҙҙән ваҡытлыса приютта ҡалдырырға тура килә. Улай ғынамы һуң: өйҙәренән үҙ теләктәре менән социаль учреждениға йәшәргә барыусы үҫмерҙәр ҙә юҡ түгел. 

Ошо көндәрҙә Новосибирск ҡалаһында барған оҫталыҡ мәктәбендә илдәге социаль етемлек мәсьәләләре тураһында һөйләшеү бара. Нисек ғаиләләргә ярҙам итергә, тигән һорауға яуап табырға тырыша белгестәр.

Фото: primamedia.ru

 
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: