+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ата-әсәләр иғтибарына
13 Октябрь 2021, 10:40

Колумбайн авторы асыҡланды

Социаль селтәрҙәрҙә Өфөнөң бер мәктәбендәге уҡыусылар һәм уҡытыусыларға янап, ҡурҡыныс провокацион видеоролик таратыусыны асыҡланылар.

Колумбайн авторы асыҡланды
Колумбайн авторы асыҡланды

Ул 2009 йылда тыуған, балиғ булмаған мәктәп уҡыусыһы булып сыҡты. Әлеге мәлдә оператив саралар күрелә, баланың ата-әсәһе менән хоҡуҡ һаҡлау органы хеҙмәткәрҙәре һәм психологтар эшләй. Ролик авторының аккаунты, шулай уҡ видеоролик үҙе социаль селтәрҙәрҙә блокировкаланған. Республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы уҡыусыларҙың ата-әсәләренә ғауға тыуҙырмау һәм балаларының именлеге өсөн тыныс булыу, шулай уҡ уларға ҡарата иғтибарлыраҡ һәм күңелһеҙ хәлдәр килеп тыумаҫ өсөн интернетта балаларҙың ни менән шөғөлләнеүен котролдә тоторға тырышырға кәрәк, тигән үтенес менән мөрәжәғәт итте.

Хоҡуҡ һаҡлау органдарынан хәбәр итеүҙәренсә, социаль селтәрҙәрҙә бындай контент таратыусылар өсөн ҡәтғи яуаплылыҡ, хатта енәйәт язаһы һәм иректән мәхрүм итеү ҡаралған.

 

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: