+16 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ата-әсәләр иғтибарына
29 Октябрь 2021, 12:05

Интернеттан да һаҡланыу кәрәк

Хәҙерге заманда балаларҙы өйҙә яңғыҙ ҡалдырыуҙың тағы бер ҡурҡыныс яғы бар. 

Интернеттан да һаҡланыу кәрәк
Интернеттан да һаҡланыу кәрәк

Интернет. Ысынлап. Сөнки күптәре ундағы уйындар менән шул тиклем ныҡ мауығып, был шөғөлгә күп ваҡытын әрәм итә, хатта ата-әсәһенән йәшенеп тә уйнайҙар. Ысын мәғәнәһендә – бәйлелек.

Уйындар тәү ҡарашҡа ябай ғына күренһә лә, уларҙың нигеҙендә баланың һаулығын ҡаҡшатыу, психикаһын боҙоу маҡсаты яталыр. Әйтәйек, уйында берәй ҡаршылыҡты үтә алмаһа, быны бик етди ҡабул итеп, йәне көйә, ҡыҙып китә, үҙ-үҙенә ышанмау, үҙен түбән баһалау кеүек тойғолар барлыҡҡа килә. Төндә тыныс ҡына йоҡлай алмай, һаташып сыға. Бер нимәгә ҡарамай, виртуаль уйында еңеү тураһында ғына уйлап, уҡыуын да икенсе планға күсереүе бар. Улай ғынамы һуң әле: интернет төркөмдәрендә балалар менән SMS-хәбәрҙәр аша дуҫлашып, улар менән идара итеүселәр ҙә табыла. Шуға күрә, атай-әсәй­ҙәр, улдарыбыҙға, ҡыҙҙарыбыҙға ҡарата иғтибарлыраҡ булайыҡ. Уларҙың телефондан айырыла алмай текләп ултырыу­ҙарына күҙ йомоп ҡарамайыҡ.
Майкрасофтты асыусы Билл Гейтс та заманында үҙенең балаларына интернетта билдәле бер ваҡытта ғына ултырыуҙы рөхсәт иткән. Сөнки ҡыҙы 10 йәшендә уйын менән мауығып китеп, 2 – 3 сәғәт буйы шулай көн үткәргән. Әлбиттә, XXI быуатта интернетһыҙ йәшәп булмай. Ләкин уның файҙалы яҡтарын ғына ҡулланырға өйрәтәйек балалар­ға. Ниндәйҙер виртуаль уйын уйнап, шунса-шунса кимәлгә еттем, тип маҡтанып ултырған кешеләрҙе аңламайым. Ваҡыттары йәл түгелме икән? Ундайҙар­ҙан балалары ниндәй өлгө алһын?! Уҡыусылар ҙа юҡҡа ғына мауығып китмәйҙер инде интернет уйындары менән. Көн режимы дөрөҫ төҙөлгән булһа, күберәк аралашһаң, мәктәптәр­ҙә күңелдәренә ятҡан түңәрәк, секцияларҙа шөғөлләнә алһалар, бергәләп саф һауала йөрөһәң, телефонға текәлеп ултырырға ваҡыттары ла ҡалмаҫ ине. Белгестәр әйтеүенсә, баланың уйын менән мауығыуын уға ҡарата күберәк иғтибар бүлеү, файҙалы шөғөлдәргә ылыҡтырыу менән генә еңеп була.

Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА.

Фото: clutch.net.ua

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: