+18 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ата-әсәләр иғтибарына
15 Ғинуар 2022, 12:00

Балалар алдында эскәнгә штраф түләйҙәр

2021 йылда Башҡортостанда спиртлы эсемлек эсеп 8 бала һәм 13 үҫмер вафат булған. Ә бөтәһе 160 кеше ағыуланып үлгән. Был турала Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәтенең республика  идаралығы хәбәр итә.

Балаларҙың иҫерткес эсемлек эсеп,  ғүмерҙәре өҙөлөүе башҡа һыймаҫлыҡ хәл түгелме ул? Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күп атай-әсәйҙәр үҙҙәре дөрөҫ тәрбиә бирмәй, байрамдарҙа улар өсөн балалар шампан шарабы алып, сәкәштереп тороп эсергә өйрәтәләр.

Ә тамам эскелек ҡолона әйләнгәндәрҙең улдарына, ҡыҙҙарына бөтөнләй иғтибары етмәй. Шул арҡала күпме фажиғә була?! Әйткәндәй, һуңғы ваҡытта Вологда ҡалаһында балиғ булмағандар эштәре буйынса комиссиялар балалары алдында спиртлы эсемлек эскән атай-әсәйҙәргә  Рәсәй Федерацияһының административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексының 5.35-се статьяһы буйынса штраф һала башлаған. Маҡсаттары: өлкәндәр хаталарын аңлап, иғтибарҙарын араҡыға түгел, ә балаһына йүнәлтһен. Әлбиттә, бында ғаиләһен ҡарамай, әллә нисә көн буйы эскән кешеләр күҙ уңында тотола. Ундайҙар тураһында тейешле хеҙмәттәргә күршеләре, хатта балалар үҙҙәре лә хәбәр итә ала икән.

Фото: psyfiles.ru

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: