+19 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Һүрәт төшөрөү файҙалы

Мәктәпкәсә йәштәге балалар һүрәт төшөрөргә ярата. Сабый "шедевр"ҙарын ҡағыҙ битендә генә түгел, стена обойҙарында ла күрергә мөмкин. Бының өсөн уға шелтә белдерергә ашыҡмағыҙ, сөнки һүрәт яһауҙан балаға бары тик файҙа ғына.

Психологтар раҫлауынса, һүрәт төшөрөп үҫкән бала дөрөҫ уйларға өйрәнә. Бынан тыш, уның иғтибары, хәтере эшкә егелә, сағыштырыу, иҫәпләү, күҙ алдына килтереү һәм уйлап сығарыу һәләте әүҙем формалаша. 

Һүрәт яһау зиһенде һәм физиологик үҫеште әүҙемләштерә. Иң беренсе сабыйҙы ҡағыҙҙа ҡәләм, бумала йөрөшө ҡыҙыҡһындырһа, шунан ул килеп сығасаҡ һөҙөмтә тураһында уйлана башлай. Фантазия һәм күҙаллау  бала тормошоноң мөһим яҡтарынан һанала. Күҙаллау һәләте 5 йәштән 15 йәшкәсә айырыуса ныҡ үҫә, ти белгестәр.

Бер ҡасан да балағыҙҙан конкрет әйберҙе төшөрөүҙе талап итмәгеҙ, ул үҙе теләгәнде яһаһын. Янығыҙға һүрәт күтәреп килгән сабыйҙы "дөрөҫ сыҡмаған" тип тәнҡитләмәгеҙ ҙә. Уның хаталарын да төҙәтергә ашыҡмағыҙ, был уның күңелен генә рәнйетә. Ғәҙәти булмаған образдары өсөн маҡтағыҙ, бала фантазияһының мөһим нәмә икәнен аңлаһын. Бергәләшеп теге йәки был рәссамдарҙың картиналарын ҡарағыҙ. Был осраҡта балала юғары зауыҡ та тәрбиәләнә.

Мәғлүмәт "Башҡортостан календары"нан алынды.

Фото: https://vibirai.ru/image/1335592.jpg

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: