-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

Әгәр һағыҙаҡ саҡһа, нимә эшләргә?

Һағыҙаҡ сағыуы күпкә хәүефле. Сөнки улар тешләгән ваҡытта тәнгә ағыу бүлеп сығара. Һағыҙаҡ, бал ҡорто саҡҡанда  дөрөҫ итеп беренсе ярҙам күрһәтеү мөһим.

Әгәр һағыҙаҡ саҡһа, нимә эшләргә?
Әгәр һағыҙаҡ саҡһа, нимә эшләргә?

Тәүҙә һағыҙаҡтың ҡаяуын тартып алырға кәрәк. Был урынды һабын менән йыуырға онотмағыҙ. Һуңынан һалҡын компресс һалығыҙ. Зиртек, супрастин, фенистил, кларистин кеүек дарыуҙар эсерегеҙ.

Халыҡ дауаһына ҡарағанда, ул урындарға уртаға ҡырҡылған сей картуф, помидор киҫәген ҡуйырға мөмкин.  Тупраҡ һибергә ярамай, уның инфекция индереүе ихтимал.

Әгәр ҙә һағыҙаҡ  ауыҙ, бит йәиһә башты саҡһа, мотлаҡ “Ашығыс ярҙам”  хеҙмәтенә мөрәжәғәт итергә кәрәк.  Сөнки был  осраҡта кешенең тыны ҡыҫылыуы мөмкин.  Бит шешенә башлаһа, баш әйләнһә, күңел болғанһа, уҡшытһа, тын алыуы ауырлашһа, күкрәк тәңгәлендә ауыртыу барлыҡҡа килһә, тәндең төрлө өлөштәре сәбертеп сыҡһа, тиҙерәк “Ашығыс ярҙам” саҡырығыҙ.

 

Мәғлүмәт һәм фото: vk.com

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: