-6 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Ата-әсәләр иғтибарына
17 Октябрь 2022, 12:46

Күңелһеҙ уйҙар биләһә

Һуңғы ваҡытта күңелдәрҙе йыш ҡына борсолоулы уйҙар биләп ала. Өлөшләтә мобилизация ҡайһы бер ғаиләләргә туранан-тура ҡағылды.

Балалар атайҙарын хәрби әҙерлек лагерҙарына оҙатты. Ҡайһы берҙәре фронтҡа ла китте. Хәүефләндерә, ҡурҡыта  шул. Тыныслыҡ юҡ донъяла. Әммә бындай заманда ла гел күңелһеҙләнеп йөрөргә ярамай. Атай-әсәйҙәрҙең кәйефе балаларға күскәнен беләбеҙ. Шуға ла өлкәндәрҙең бурысы – ғаиләлә, өйҙә тыныслыҡты һаҡлау. Был беҙҙең ҡулдан килә. Ә көйөп, үҙебеҙҙең һаулыҡты бөтөрөп, барыбер донъя сәйәсәтенә бер нисек тә йоғонто яһай алмайбыҙ, шулай бит?! Мөмкин тиклем үҙеңде контролдә тоторға тырышырға, үҙеңде артабанғы тормош өсөн һаҡларға кәрәк. Йортобоҙҙа тыныс, йылы мөхит һаҡларға тейешбеҙ.

Эйе, хәүефләнергә урын бар, әммә үҙебеҙ үҙгәртә алмаҫлыҡ ваҡиғаларҙы иғтибар үҙәгенән сығарырға тырышайыҡ. Көнө-төнө һуңғы яңылыҡтарҙы уҡып ултырыуҙың кәрәге юҡ. Рәсми, ышаныслы сығанаҡтан иртән, кис ҡарап сыҡһаң да донъя хәлдәре менән хәбәрҙар булаһың.

Психологтар белдереүенсә, күңелде насар уйҙар биләй башлаһа, физик әүҙемлек ярҙам итә. Өйҙәге эштәрҙән тыш йүгерергә сығырға мөмкин. Һөйләшә-һөйләшә саф һауала атлап йөрөү ҙә файҙаға. Яратҡан ҡул эштәре менән шөғөлләнергә, ризыҡтарыңды бешерергә тотон, хискә бирелеп кенә ултырма.

Һөйләшеү, тигәндән, уйҙарыңды эскә йомоу бик хәүефле. Нимәләр борсоуы тураһында һис шикһеҙ һине аңлаған яҡын кешеңә еткерергә тырыш.

Әлеге ваҡытта донъяла халыҡ араһында психологтарға мөрәжәғәт итеүселәр артыуы күҙәтелә. Бөтә Рәсәй балалар һәм ата-әсәләр өсөн берҙәм ышаныс телефоны хеҙмәткәрҙәре лә тәүлек әйләнәһенә шылтыратыуҙар ҡабул итә: 8-800-2000-122. Тәжрибәле белгестәр һеҙҙе тыңларға, кәңәштәрен бирергә һәр ваҡыт әҙер. Шылтыратыу бушлай һәм аноним.

Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА.

Фото: асыҡ сығанаҡтан.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: