-6 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Ата-әсәләр иғтибарына
29 Ноябрь 2022, 13:22

9 йәшлек малай кредит алған

Хәҙер бәпәйҙәрҙең беренсе тәтәйе телефон түгелме икән ул? Ҙурая биргәс тә әсәйҙәренең смартфонын ҡулдарынан төшөрмәйҙәр.

Рәсәйҙең бер ҡалаһында 9 йәшлек малай әсәһенең телефонында онлайн-уйын уйнап ултырғанда балансты тултырыу тураһында хәбәр килә. Бының өсөн картаның мәғлүмәттәрен яҙыу кәрәк була. Малай шулай итә лә. Шунда уҡ әсәһенең картаһынан 35 мең һум аҡса күсерелә. Күп тә үтмәй, әсәй исеменә кредит алына. 

Һөҙөмтәлә, полиция "Мутлашыу" статьяһы буйынса енәйәт эше аса, ҡара уйлы кешеләрҙе эҙләү буйынса эш алып барыла. Малайға ла хатаһын аңлаталар, һис юғы киләсәктә мутлашыусылар тоҙағына эләкмәҫ.

Фото асыҡ сығанаҡтан.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: