Табиптар әйтеүенсә, биш йәшкә тиклемге сабыйҙарҙың бөтөнләй ҡурҡыу тойғоһо булмай. Уларҙың хәүефһеҙлеген тик ололар ғына тәьмин итә ала. Асып ҡуйылған тәҙрәләрҙең балалар өсөн төп хәүеф сығанағы икәнлеген оноторға ярамай. Шуға бәләкәй балаларҙы асыҡ тәҙрә янында ҡалдырмағыҙ, сабый аса алмаһын өсөн тәҙрәләргә блокираторҙар ҡуйығыҙ.
Фото: yandex.ru