-6 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Ата-әсәләр иғтибарына
12 Август 2023, 12:39

1 сентябрь алдынан

1 сентябрҙә республикабыҙҙың белем усаҡтарына 500 меңдән ашыу ҡыҙ һәм малай I синыфҡа уҡырға барасаҡ. Был – кескәйҙәр өсөн дә, уларҙың ата-әсәләре өсөн дә ярайһы уҡ яуаплы осор. Уҡыусы була бит балалар. Ә мәктәптең – үҙ ҡағиҙәләре. Шуға ла бәләкәстәргә тормоштарының яңы этабына тиҙерәк өйрәнеп китергә ярҙам итергә кәрәк.

1 сентябрь алдынан
1 сентябрь алдынан

Моғайын, көн режимын яйға һала башлағанһығыҙҙыр инде. Иртәрәк йоҡларға ятып, иртәрәк торорға кәрәк бит уҡыу мәлендә.
Мәктәп формаһын, уҡыу кәрәк-яраҡтарын, биштәрҙе бала менән бергә һайлап алырға кәңәш ителә. Кескәй уҡыусы үҙе яратып алған әйберҙәре менән уҡырға йөрөһөн.

Мәктәптә һорауҙары килеп тыуһа, беренселәр уҡытыусыға йәки бүтән педагогҡа мөрәжәғәт итеп, үҙен борсоған мәсьәләне хәл итеүҙәрен һорарға оялмаһын. Өлкәндәр уға ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер икәнен аңлатығыҙ.
Хәҙер кейеменең төймәләрен эләктереү-ысҡындырыу, кедаһының бауын бәйләү кеүек ваҡ-төйәк эштәрҙе тик үҙенә башҡарырға тура килә. Бигерәк тә физкультура дәрестәрендә кейем алмаштырғанда. Быларҙы алданыраҡ өйрәтеү кәрәк.
Мәктәп ҙур, тәүге мәлдәрҙә аҙашып та китмәҫ, тимә. Был осраҡта беренселәр кемдән дә булһа ярҙам һорарға тартынмаһын.
Баланы бүтән тиҫтерҙәре менән сағыштырырға ярамай. Ә бына бөгөнгө уңышы кисәгеһенән яҡшыраҡ икәнен әйтеп хуплау бер ҙә ҡамасауламаҫ. Ғөмүмән, башҡарған эше өсөн маҡтап, ҡанатландырып тороу һәйбәт. Уҡыуға, белем алыуға ынтылышы һүнмәһен, мәктәп тураһында яҡшы тәьҫораттар ғына булһын өсөн.
Бала тормошонда тағы бер абруйлы, хөрмәтле кеше – уҡытыусы барлыҡҡа килә. Уның менән бергәләп белем баҫҡыстарына менәсәкһегеҙ. Һорауҙарығыҙ булһа, балағыҙҙың тәүге уҡытыусыһы менән кәңәшләшегеҙ.

Фото: lisa.ru.

1 сентябрь алдынан
1 сентябрь алдынан
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: