+17 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ата-әсәләр иғтибарына
15 Август 2023, 21:00

Кемдәр мәктәптә бушлай туҡлана ала?

Бер нисә категория раҫланған.

Кемдәр мәктәптә бушлай туҡлана ала?
Кемдәр мәктәптә бушлай туҡлана ала?
  1. Башланғыс класс уҡыусылары бушлай ашай. Бының өсөн документтар йыйыу талап ителмәй.
  2. Һаулыҡ мөмкинлектәре сикле балалар өсөн ғариза һәм психологик-медицина-педагогик комиссияның һығымтаһы кәрәгәсәк.
  3. Инвалид бала тәрбиәләүселәр ғариза һәм медицина-социаль экспертиза белешмәһен тапшырырға бурыслы.
  4. Аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаиләләрҙәге балаларға билдәләнгән форма буйынса ғариза, уны биреүсенең шәхесен раҫлаған документтың күсермәһе кәрәк була. Башҡа документтар исемлеге төбәктәге Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы сайтында күрһәтелгән.
  5. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларына 5 - 11-се синыф уҡыусыларына бушлай туҡланыу тураһында билдәләнгән форма буйынса ғариза һәм ата-әсәнең йәки законлы вәкилдең махсус хәрби операцияла ҡатнашыуын раҫлаған белешмә йәки башҡа документ тапшырылырға тейеш.

Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығының мәктәптә туҡланыу мәсьәләләре буйынса ҡыҙыу линияһы: 8 (347) 292-11-52. Эш ваҡыты: 9:00-18:00, тәнәфес 13:00-14:00.

Фото: yandex.ru.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: