Был – Рәсәй тарихындағы беренсе уйын фестивале.
«Әйҙә уйнарға!» фестивалендә Башҡортостан Республикаһы Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының да үҙ майҙансығы эшләйәсәк. Республика халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге һөнәр һайлау һәм эшкә урынлашыу буйынса консультация үткәрәсәк. “Ғаилә” республика ресурс үҙәге балаларға тәрбиә биреү буйынса оҫталыҡ дәрестәре, ғаилә уйындары ойоштора. Шулай уҡ психологтарға ҡыҙыҡһындырған һорауҙар менән мөрәжәғәт итергә мөмкин буласаҡ.
Балалы ғаиләләргә, шул иҫәптән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә, түләүҙәр буйынса консультация ойошторола.
Һаулығы буйынса мөмкинлеге сикләнгәндәр өсөн республика реабилитация үҙәге логопедынан оҫталыҡ дәресе көтөлә.
Министрлыҡ майҙансығы "Ғаилә һәм балалыҡ" биләмәһендә урынлашасаҡ.
Фото: https://айдаиграть.дети/