-5 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Ата-әсәләр иғтибарына
4 Октябрь 2023, 10:00

Тел белгесенән кәңәштәр

Өйҙә ике телдә һөйләшкән ғаиләләрҙә үҫкән баланы нисек уҡырға өйрәтергә? Ниндәй телдән башларға? Ҡайһыһы еңелерәк бирелер? Ошо һәм башҡа һорауҙарға тел белгесе Елизавета Хамраева яуап бирҙе.

Тел белгесенән кәңәштәр
Тел белгесенән кәңәштәр

Осрашыу Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында “Минең туған телем” программаһы сиктәрендә уҙҙы.

Китап уҡыу телмәр үҫешенә ҙур йоғонто яһай. Нисә йәштән баланы уҡырға өйрәтергә һуң? Үҙе ҡыҙыҡһына башлағас, тине Елизавета Александровна. Телгә килгәндә, бала ҡайһыһында яҡшыраҡ һөйләшә, шунан башларға кәрәк.

Бармаҡ менән йөрөтөп уҡыу уңайлы. Күҙ уға эйәрергә тейеш. Бала текстың мәғәнәһен төшөнһә, көндән-көн тиҙерәк уҡыһа, иҫтә ҡалдырһа, маҡсатҡа ирешеп барабыҙ тигән һүҙ.

Телмәр үҫешен нисек яҡшыртырға? Синонимдар, антонимдар, мәҡәлдәр яҙылған карточкалар тәҡдим итергә була. Эштәрҙе төрлөләндерергә. Динамик кубоктар ҙа ярҙам итә.

Елизавета Александровна ата-әсәләргә һәм уҡытыусыларға йәнә бер ҡыҙыҡлы алым өйрәтте. Ҡәләм алып, төрлө билдәләр ярҙамында бала үҙ белем кимәлен һүрәтләһен. Мәҫәлән, “+” — яңылыҡты, “?” — аңламағанды, “v” — белгәнде, “-“ баланың икенсе төрлө уйлағанын аңлата ала.

Сара килгән бар ҡунаҡтарға файҙалы булды.

Тел белгесенән кәңәштәр
Тел белгесенән кәңәштәр
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: