-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Ата-әсәләр иғтибарына
13 Октябрь 2023, 13:05

Күңелеңде ауыр уйҙар биләһә...

Еңел булмаған осорҙа йәшәйбеҙ. Йыш ҡына күңелдәрҙе борсоулы уйҙар биләп ала. Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, өлкәндәрҙең кәйефе насар булһа, балаларына ла күсә. 

Күңелеңде ауыр уйҙар биләһә...
Күңелеңде ауыр уйҙар биләһә...

Донъяла тыныслыҡ юҡ. Хәүефләндерә, ҡурҡыта  шул.  Әммә бындай заманда ла гел күңелһеҙләнеп йөрөргә ярамай. Атай-әсәйҙәрҙең бурысы – ғаиләлә, өйҙә тыныслыҡты һаҡлау. Был беҙҙең ҡулдан килә. Ә көйөп, үҙебеҙҙең һаулыҡты бөтөрөп, барыбер донъя сәйәсәтенә бер нисек тә йоғонто яһай алмайбыҙ. Мөмкин тиклем үҙебеҙҙе контролдә тоторға тырышырға, йортобоҙҙа тыныс, йылы мөхит һаҡларға тейешбеҙ.

Психологтар белдереүенсә, күңелде насар уйҙар биләй башлаһа, физик әүҙемлек ярҙам итә. Өйҙәге эштәрҙән тыш йүгерергә сығырға мөмкин. Һөйләшә-һөйләшә саф һауала атлап йөрөү ҙә файҙаға. Яратҡан ҡул эштәре менән шөғөлләнергә, ризыҡтарыңды бешерергә тотон, хискә бирелеп кенә ултырма.

Күңелеңә ҡыйын саҡта ҡағиҙә буйынса һулыш алыу ярҙам итә. 3-4-кә тиклем һанап, танау аша тәрән итеп тын алаһың. Шунан шәмде өрөп һүндергәндәге кеүек ирендәрең аша тыныңды сығараһың.   

Уйҙарыңды эскә йомоу бик хәүефле. Нимәләр борсоуы тураһында һис шикһеҙ һине аңлаған яҡын кешеңә һөйләргә тырыш. 

Бөтә Рәсәй балалар һәм ата-әсәләр өсөн берҙәм ышаныс телефоны хеҙмәткәрҙәре лә тәүлек әйләнәһенә шылтыратыуҙар ҡабул итә: 8-800-2000-122. Тәжрибәле белгестәр һеҙҙе тыңларға, кәңәштәрен бирергә һәр ваҡыт әҙер. Шылтыратыу бушлай һәм аноним.

Фото: yandex.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: