Ҡунаҡ режимы балаларға ярҙам итеү йәһәтенән булдырылған. Балалар йортонда тәрбиәләнгән ҡыҙҙар һәм малайҙарға ғаилә мөхитендә булып ҡарау, ғаилә ағзаларының ролдәрен күреү, хужалыҡ, йорт эштәре менән танышыу бик кәрәк. Беренсенән, улар социаль учреждение тормошонан бер аҙ ял итһә, икенсенән бындай тәжрибә киләсәктә үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫҡас та ярҙам итәсәк.
Әбйәлил районындағы "Ҡурай" үҙәге хеҙмәткәрҙәре тәрбиәләнеүселәрҙе өйҙәренә алып ҡайтып, улар өсөн ғаилә каникулы булдырған (фотоларҙы ҡарағыҙ).
Балаларҙы ҡунаҡҡа саҡырыу өсөн опека органына мөрәжәғәт итеп, ыңғай яуап алырға кәрәк. Ғариза, паспорт, медицина һығымтаһы, хөкөм ителмәгәнлек тураһында белешмә талап ителә. Документтарҙы Күп функциялы үҙәк йәки Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша ла бирергә мөмкин.
Мәктәпкәсә йәштәгеләрҙе теләгән ваҡытта, ә уҡыусыларҙы каникул мәлендә ҡунаҡҡа алырға мөмкин.
Фото: vk.com/mintrudrb.