Биҫтәбеҙҙә йәшәүселәргә ышаныс телефоны менән листовкалар тараттыҡ. Хеҙмәткәрҙәребеҙ балаларҙың был номерға шылтыратып, бушлай һәм аноним рәүештә психологик ярҙам ала алғанын аңлатты.
Ҡатмарлы тормош шарттарында ололар ғына түгел, балалар, үҫмерҙәр ҙә ҡала. Теләһә ҡайһы ваҡытта психологик ярҙамға мохтаж булыуың ихтимал. Балалар һәм уларҙың ата-әсәләре тәүлек әйләнәһенә 8-800-2000-122 ышаныс телефонына шылтырата ала.
Шылтыратыусының йәше, йәшәү урыны, һаулыҡ мөмкинлеге мөһим түгел. Һәр кешене ҡабул итәләр, тыңлайҙар һәм ярҙам итергә тырышалар.
Зөлфиә Ғиззәтуллина,
22 се балалар китапханаһы мөдире.
Өфө ҡалаһы.