Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йыл һайын асыҡ тәҙрәнән осоп төшөп, йәрәхәтләнгән, һәләк булған балалар тураһында хәбәрҙәр ишетелеп тора.
Атай-әсәйҙәр иғтибарлыраҡ булһын ине. Тәҙрә янына диван, ултырғыс, өҫтәл кеүек йыһаздарҙы ҡуйырға ярамай, балконға кескәйҙәр яңғыҙ сығырға тейеш түгел. Ғөмүмән, балаларҙы бер минутҡа ла күҙ уңынан ысҡындырмауың яҡшыраҡ.
Хөрмәтле атай-әсәйҙәр! Бүлмәлә бәләкәй балаларығыҙ булһа, тәҙрәләрегеҙҙе асыҡ ҡалдырмағыҙ. Был бәлә-ҡазанан ҡотҡарыр. Тәҙрәне ҡыҫып ҡуйыр өсөн махсус ҡулайлама алығыҙ.
Йәйебеҙ матур үтһен.