Сөнки һуңғы ваҡытта балалар ҡатнашлығында булған юл-транспорт ваҡиғаларының һәр алтынсыһы нәҡ рулгә ултырған малайҙар менән бәйле. 2024 йылда шундай 76 фажиғәлә 2 йәш ғүмер өҙөлгән, 75 үҫмер төрлө йәрәхәттәр алған. 2025 йылдың тәүге дүрт айында руль артына ултырған балалар ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғалары 16 процентҡа артҡан.
Йәй етеү менән мотоцикл, мопед, самокат, скутерҙарҙа елдереүсе үҫмерҙәр тағы ла күбәйә.
Улай ғынамы әле: автомобиль менән идара итеүселәр ҙә арта. Был – бик етди мәсьәлә, шуға ла Башҡортостан Республикаһы Дәүләт автоинспекцияһы 29 майҙан октябрь аҙағына тиклем "Не рули, малай!" тигән компания иғлан итте. Бөгөн "Рәсәй" медиаүҙәгендә үткән матбуғат конференцияһында һүҙ ошо турала барҙы. Унда Башҡортостан Республикаһының Баш автоинспекцияһы етәксеһе Владимир Севастьянов, Башҡортостан Хөкүмәтенең балиғ булмағандар эштәре буйынса комиссия етәксеһе Илмир Ғәниев, Башҡортостан Прокуратураһының балиғ булмағандар һәм йәштәр тураһындағы ҡанундар үтәлешен күҙәтеү бүлеге прокуроры Динар Шакиров һәм балалар ортопед-травматологы Тимур Псәнчин ҡатнашты
– Балаһына мототранспорт һатып алып биргән атай-әсәй уның барыбер урманда, яланда ғына түгел, мотлаҡ юл буйлап та йөрөйәсәген аңламай микән ни? "Не рули, малай!" социаль компанияһы барышында өлкәндәр менән дә, балалар менән дә аңлатыу эштәре алып барасаҡбыҙ. Беҙ балаларға руль артына ултырыуҙы тыябыҙ һәм атай-әсәйҙәрҙе лә ошо ҡарашта булырға саҡырабыҙ. Йыш ҡына улар мототранспорт алып биреп, балаларын ниндәй хәүефкә дусар итеүҙәрен аңлап етмәй. Акцияның маҡсаты – балиғ булмағандарҙың ғүмерен, һаулығын һаҡлап алып ҡалыу, – тине Владимир Севастьянов.
Бөгөн автомобиль менән йөрөгән малайҙар ҙа күбәйеп китте. Хатта ҡайһы берҙәре такси хеҙмәтен дә үтәүе ДАИ инспекторҙарына билдәле. Ата-әсәләр, бәлки, быға күҙ йомоп та ҡарайҙыр. Водитель танытмаһы булмаған балиғ булмағандар осһоҙға ғына үҙҙәре лә машина һатып ала йәки олаталарының йә берәй туғандарының машинаһын "йүгәнләй". Ата-әсәһенең машинаһын алып ҡасыусылар ҙа бар. Ә юл-транспорт ваҡиғаһына тарыһалар инде ҡаты тикшереү башлана. Транспорт штраф стоянкаға ҡуйыла, үҫмер полицияның балиғ булмағандар бүлегендә йәки комиссияһында профилактик иҫәпкә алына. 30 меңгә тиклем тейешле штраф һалына. Ғаиләне тикшереү барышында уның имен булмауы асыҡланһа, баланы социаль приютҡа урынлаштырыуҙары ла ихтимал.
Үҫмер генә көйөнсә иҫерек килеш руль артына ултырған балаларҙың күплеге лә хайран ҡалдыра. Былтыр 1 861 водитель танытмаһы булмаған бала тотолһа, шуларҙың 174-е иҫерек булған.
Эйе, руль артына ултырған үҫмерҙәрҙе ҡыуып тотоп, язаға тарттырып булмай. Улар үҙҙәре күпме кешенең ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйғандарын аңларға теләмәй. Ләкин "Не рули, малай!" социаль акцияһының файҙаһы булыр, тип ышанабыҙ.
Йәшегеҙ етеп, водитель танытмаһы алмайынса рулгә ултырмағыҙ, малайҙар. Һәр нәмәнең – үҙ ваҡыты. Бик теләһәгеҙ, мотоспорт менән махсус секцияларҙа шөғөлләнергә мөмкин.
Йәйге каникул хәүеф-хәтәрһеҙ үтһен.
Автор фотолары.