

Нимәнән ғибәрәт һуң ул? Сарала балалар һәм әсәйҙәр өсөн психолог менән тәүҙә айырым әңгәмә ойошторолдо. Балалар һәм үҫмерҙәр тренингта ҡатнашты: коллективта бер-берең менән нисек аралашырға, дуҫлашырға кәрәклекте асыҡланылар. Ә әсәйҙәр мак-карталар ярҙамында тәрбиә темаһы өҫтөндә эшләне. Улар төрлө һорауҙар аша (Бәләкәй саҡта миңә нимә оҡшай, оҡшамай ине? Балам менән мин быларҙы ҡабатлайыммы-юҡмы?) үҙҙәренең ғаиләләрендәге тәжрибә менән бүлеште. Бик файҙалы булды, тине өлкәндәр.
Һуңынан балалар әсәләре менән бергә ғаиләне һүрәтләгән ағастар төшөрҙө. Арт-терапия ғаилә ағзаларына бер-береһенә тағы ла яҡынайырға, иғтибар бүлергә ярҙам иткәндер.
Бындай осрашыуҙар артабан да булып торһа, яҡшы булыр ине!