+17 °С
Облачно
VKOKTelegram

"Йәйге каникулда баланы нисек аҡса тоторға өйрәтергә?"

Ә һеҙ  балаларығыҙға кескәй туғандарын ҡарап торған өсөн аҡса түләйһегеҙме?

"Йәйге каникулда баланы нисек аҡса тоторға өйрәтергә?""Йәйге каникулда баланы нисек аҡса тоторға өйрәтергә?"
"Йәйге каникулда баланы нисек аҡса тоторға өйрәтергә?"

"Торатау" конгресс-холында алтынсы тапҡыр ойошторолған "Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе" Бөтә Рәсәй асыҡ академияһы барышында ата-әсәләр өсөн финанс белеменә ҡағылышлы оҫталыҡ дәресе лә үтте. Уны Финанс мәҙәниәте үҙәге директоры, Рәсәй Финанс министрлығы рейтингы буйынса иң шәп финанс консультанты, бестселлерҙар авторы Елена Феоктистова алып барҙы. 

"Балаға кескәй туғандарын ҡарап торған өсөн аҡса түләргә кәрәк, сөнки был һеҙҙең бурысығыҙ, ә уларҙыҡы түгел. Өлкән балаларығыҙ өйҙә булмаһа, кемделер ялларға тура килер ине, ә был - түләүле хеҙмәт," - тине Елена Сергеевна баяғы һорауға яуап биреп. 

Нисек бәләкәйҙән аҡса тоторға өйрәнергә? Улдарыбыҙға, ҡыҙҙарыбыҙға был өлкәлә ниҙер өйрәтер өсөн, әлбиттә, үҙебеҙгә лә аҡсаны дөрөҫ тота белергә кәрәк. Төп принциптарҙың береһе -  сығымдар килемдән әҙерәк булырға тейеш. Йәғни аҡсаңдың бер өлөшөн йыйып барырға өйрәнергә, алдан нимәгә тотонорға планлаштырырға кәрәк. 

Балалар менән аҡса тураһында һөйләшергә тартынырға ярамай. Улар кеҫә аҡсаһын дөрөҫ тотонһон өсөн йүнәлеш бирергә кәрәк. Балалар ҙа аҡсаларын нисек, нимәгә тотоноуҙы планлаштырырға өйрәнһен. Ниндәйҙер хыялдарын тормошҡа ашырырға, оҡшаған әйберҙәрен һатып алырға аҡса йыя башлаһалар, ҡамасауламағыҙ, хуплағыҙ. Юғиһә, ҡайһы берәүҙәр балаһы, мәҫәлән, планшет алырға тип аҡса йыя башлауын белеп ҡалһа, тиҙерәк үҙе алып бирә һалырға тырыша, һөҙөмтәлә бәләкәй кешенең маҡсаты тормошҡа ашмай ҡала. Планы боҙола. Ә үҙе йыйған аҡсаға алһа, был уның өсөн финанс өлкәһендә ҙур тәжрибә буласаҡ. Яңы маҡсаттарға ынтылырға көс бирәсәк. Түҙемлеккә, аҡса менән дөрөҫ идара итергә өйрәтә.

 Бәләкәстәр магазинда уйынсыҡ йә тәмлекәс һорап илағанын йыш күрәбеҙ. Бер ҡасан да аҡса юҡ тиергә түгел, мин был әйберҙе алырға планлаштырманым, тиергә кәрәк. Балаларға йәшенә ҡарап төрлөсә аҡса тоттора. Олатай-өләсәйҙәр ҙә ейән-ейәнсәрҙәренә аҡса бирергә ярата. Был осраҡта бүләк итеп биреү дөрөҫ. Ә бына уҡыусы балаға көн дә алған баһа өсөн, өйгә эшен эшләгән өсөн аҡса бирергә ярамай. Белем алыу - уның төп бурысы. Уҡыу йылын уңышлы тамамлаған өсөн бүләкләргә мөмкин. 

Кемдер өйҙә берәй эш башҡарған  өсөн дә балаһына түләй. Быныһы - ярамаған эш. Торған йортто тәртиптә тотоу - ғаиләнең уртаҡ бурысы. 

- Үҙемдең 11 йәшлек игеҙәк улдарым бар. Яңыраҡ улар кеҫә аҡсаларынан арттырып, икеһенекен ҡушып, робот-саң һурғыс һатып алды. Сифатлы йәшәү өсөн аҡса кәрәклеген аңлатам. Шулай яйлап үҙәллылыҡҡа өйрәнәләр. Матур йәйге ял өсөн дә аҡсаны һаҡсылыраҡ тотонорға кәрәклеген аңлайҙар. Юҡ-барға аҡса түкмәйҙәр. Ә бына ҙур уңыштарын билдәләмәй өалмайбыҙ. Мәҫәлән, музыка мәктәбендә һынауҙы яҡшы биргәндәре өсөн ике торт алдыҡ, - тип шәхси тормошонан миҫалдар килтерҙе финанс консультанты Елена Сергеевна.

Балалар үҫә килә банк картаһы тотона башлай. Интернет-банк уларҙы шәхси финансы менән идара итеү нигеҙҙәренә, хәүефһеҙлеккә өйрәтә.

Нимә генә тимә, аҡсаһыҙ тормошто күҙ алдына ла килтереп булмай, шуға күрә аҡса тоторға өйрәтеү, аҡса эшләп ҡарау өсөн ҙур мөмкинлек биргән йәйге каникулды файҙалы итеп үткәрәйек. 

Автор фотолары. 

 

"Йәйге каникулда баланы нисек аҡса тоторға өйрәтергә?"
"Йәйге каникулда баланы нисек аҡса тоторға өйрәтергә?"
"Йәйге каникулда баланы нисек аҡса тоторға өйрәтергә?"
"Йәйге каникулда баланы нисек аҡса тоторға өйрәтергә?"
"Йәйге каникулда баланы нисек аҡса тоторға өйрәтергә?"
"Йәйге каникулда баланы нисек аҡса тоторға өйрәтергә?"
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас