

Ярҙам һорап күп функциялы үҙәккә һәм Республика халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәгенә, шулай уҡ «Дәүләт хеҙмәттәре» порталы аша онлайн мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Хәҙер компенсация һәм тупланмалар өсөн БР Мәғариф министрлығы түгел, ә Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы яуап бирә.
Мәктәп формаһы өсөн компенсация ике уҡыу йылына бер тапҡыр бирелә. Уға йән башына уртаса килеме балаға йәшәү минимумы дәүмәленән артмаған күп балалы ғаиләләрҙән I-XI синыф уҡыусылары хоҡуҡлы.
Мәктәп кәрәк-яраҡтары тупланмаһы күп балалы ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән беренселәргә бирелә. Комплектта 22 предмет: дәфтәрҙәр, тышлыҡтар, көндәлек, ручкалар, ҡәләмдәр, буяуҙар, пластилин, пенал, ранец һәм яҡтылыҡ ҡайтарғыс жилет. Тупланманы 1 сентябргә тиклем алырға мөмкин.
Компенсацияға ғаризалар — 1 сентябрҙән 30 ноябргә, I синыф уҡыусыларына тупланмаға 1 майҙан 31 июлгә тиклем ҡабул ителә.
Әле Башҡортостанда 75 мең ишле ғаилә йәшәй.
"Башинформ" буйынса.
Автор фотоһы.