0 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

Һыбай йөрөү файҙалы

Өфөлә һаулыҡтары буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн «Ҡанатлы аттар» фестивале үтте.

Өфөлә һаулыҡтары буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн «Ҡанатлы аттар» фестивале үтте. Ул Рима Баталова етәкселегендә «Милләт йәшлеге» фондының «Сәләмәтлек эҙләп – ат янына» социаль проекты буйынса Рәсәй Федерацияһы грантына ойошторолдо. Сарала Йылайыр, Балаҡатай, Илеш райондарынан, Өфөләге 13-сө, 59-сы, 63-сө коррекцион интернат-мәктәптәренән балалар ҡатнашты.
Тәүге көндә 50 йәш спортсы махсус олимпиада программаһы буйынса үҙен һынап ҡараны. Шулай уҡ балалар ижади коллективтарының сығыштары, «Дарман» ат театрының «Сәскәләр балы» тигән номеры фестивалдә ҡатнашыусыларҙың күңеленә хуш килде. Иртәгеһенә еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы булды.
Был фестивалдең төп маҡсаты – һаулыҡтары буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы ат спортына йәлеп итеү. Һыбай йөрөү мускулдарҙың әүҙемләшеүенә һәм сәләмәтлекте нығытыуға ыңғай йоғонто яһай.

Э. ҒӘЛЛӘМЕТДИНОВА.

Читайте нас: