Пункт Фәриҙә Ҡудашева урамы, 42-се йорт адресы буйынса урынлашҡан. Унда 5-се балалар поликлиникаһының 3 табип-педиатры эш көндәрендә иртәнге 9-ҙан 12-гә тиклем ҡабул итәсәк.
Процедура кабинетының эш ваҡыты ла шулай уҡ. Прививканы шишәмбе һәм кесаҙнала 9-ҙан 12-гә тиклем яһатырға мөмкин буласаҡ. Дөйөм анализдар алыр өсөн һәр айҙың 1-се һәм 3-сө шишәмбеһендә Нуғайға лаборатор-диагностик хеҙмәт килеүе көтөлә. Айҙың 3-сө шишәмбеһендә ЭКГ үткәреүҙе лә планлаштыралар. Әлбиттә, сират булыр инде. Әммә балаларға урында тәүге медицина ярҙамы күрһәтеләсәк, тип әйтергә була.
Педиатр һәм бүтән белгестәр, ғәҙәттәгесә, интернет йәки регистратура аша алдан яҙылыу буйынса ҡабул итәсәк. Медицина учреждениеһының телефоны – 8-347-232-16-00.
Киләсәктә Нуғайҙа ҙур поликлиника төҙөү ҙә планлаштырыла.