Беҙҙең ауылыбыҙҙа һәр ғаилә лә оҙаҡ йәшәргә, ауырымаҫҡа, матур кәүҙәле булырға теләй. Шуға барыһы ла Яңыбай ауыл хакимиәте ойошторған сараларҙа теләп ҡатнашып, һәр башланғысты күтәреп ала. Яңыраҡ саф һауала уҙғарылған «Сәләмәтлеккә аҙым» байрамынан да олоһо ла, кесеһе лә ситтә ҡалманы. Спорт уйындарында бик әүҙем ҡатнаштылар.
Байрам өсөн китапхананың «Сәләмәт күңел биҙәктәре» клубы ағзаларына, уны ойошторорға ярҙам иткән барлыҡ ғаиләләргә рәхмәт әйтке килә.
Нуриҙә НӘЖМЕТДИНОВА, китапханасы.
Балаҡатай районы, Яңыбай ауылы.